Социалистик хеҙмәт геройҙары капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙән азат ителәсәк

Илдә социалистик хеҙмәт геройҙарын капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙән азат итергә уйлайҙар. Дәүләт Думаһында был проект ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин хәбәр итеүенсә, социалистик хеҙмәт геройҙары түләүҙәрҙән азат ителергә тейеш.

Фото №1 - Социалистик хеҙмәт геройҙары капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙән азат ителәсәк

Вячеслав Володин Рәсәй Хөкүмәтенән был һорауҙы хәл итергә һорнаы. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Геройҙары ташламаларға эйә, ә социалистик хеҙмәт геройҙары- юҡ. Билдәләүенсә, был геройҙар ил үҫешенә тос өлөш индерәләр.

Әлеге ваҡытта уларҙың күптәре оло йәштә. Иҡтисад министрлығы Антон Силуанов хәбәр итеүенсә, кәрәкле аҡса табыласаҡ.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ