26 июндә ике ҡатлы йорттар янғын сыға. Был мәғлүмәт ҡотҡарыусыларға 16:39 ваҡытта еткерелә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике бүлмәле кирбес йорттоң эсендә мөлкәт янып китә. Билдәле булыуынса, янғын Киров урамында була. Ут эсенән биш кешене ҡотҡаралар.
Янғын сәбәптәре билдәһеҙ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр юҡ. Фото: Интернет




