Өфөлә бөгөн төндә сит ил машинаһы, ремонт ваҡытында ҡаҙылған соҡорға осоп төшә. Был ваҡиға Төхвәт йәнәби бульварында теркәлә. "Тойота" водителе, күрәһең, юл тамғаһын күрмәгән.
Юлдың был өлөшөндә ремонт эштәре башҡарылған. Уның ситендә кәртәләр һәм иҫкәртеүсе тамғалар тора. Тик барыбер, водитель соҡорға осоп төшә.
Автомобиль шул килеш соҡорҙа ултыра. Ваҡиға урынында водитель юҡ. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтәсәкбеҙ.




