Өфөлә оло йәштәге ир өсөнсө ҡаттан сымдарға тотоноп төшә

26 июндең киске ваҡытында С. Перовская урамы, 25 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң подъезы башында бер ирҙең ярҙам һорағаны хаҡында мәғлүмәт алына.

Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килә. Асыҡланыуынса, ир өсөнсө ҡаттан сымдарға тотоноп төшә.Уның һүҙҙәренсә, күптән түгел ҡатыны вафат булған һәм ул ныҡ ҡайғыра. Шуға күрә, улы ирҙе фатирҙа бикләп ҡуя.

Табип-ҡотҡарыусы пенсионерҙы ҡарап сыға. Йәрәхәтләнгән урындары булмай. Уға төшөргө ярҙам итәләр.

Фото: Интернет