Өфөнөң Әй урамында туғыҙ ҡатлы йортта капиталь ремонт эше туҡтатыла. Асыҡланыуынса, эшселәр йорт адресын бутайҙар. Бар эштәр тиҙ арала туҡтатыла.
Әй урамы, 48 адресы буйынса урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йортто эшселәр яңылыш капиталь ремонт эшен башлай. Был йорт поанға инмәүе асыҡланғас, улар башланған эште ташлап, икенсе бинаға күсә. Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, йорттарҙың тышҡы яғы яҡшы торошта, ә эстә- ҡутарылған стеналар һәм сүп-сар ҡалдыҡтары.
Урындағы торлаҡ-эксплуатация идаралығы үҙ хаталарын таный. Эшселәр ошо арала башланған эштәрен тамамларға тейеш.






