Башҡалала йылғала 18 йәшлек ҡыҙ бата яҙа

Башҡалала 26 июндә 18 йәшлек ҡыҙ бата яҙа. Ваҡиға «Ҡояшлы» һыу инеү урынында теркәлә.

Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙ йылға ярынан алыҫҡа йөҙөп китә.

Ҡыҙҙы ағым алып китә һәм ул бата башлай. Уны яр буйында дежур иткән ҡотҡарыусылар күреп ҡала. Улар бәхетһеҙ осраҡты кисектереүгә өлгәшә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә һыу инеү өсөн туғыҙ урын ҡулайлаштырылған.