Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын, үҙен газ хеҙмәтенән тип белдергән, мутлашыусыны видеоға төшөрөп ала.
Видеонан күренеүенсә, йәш егет, фатирҙа газ сыҡҡан осраҡта сигнал биреүсе ҡоролманы арзан хаҡҡа– 5 990 һумға тәшкил итә. Кире осраҡта, уның һүҙҙәренсә, ҡатынды резервтан төшөрәсәктәр һәм уға магазиндан ҡоролманы һатып алырға һәм урынлаштырғаны өсөн, белгес хеҙмәтен түләргә кәрәк буласаҡ. Мутлашыусы ҡоролма янында фотоһүрәткә төшөргә саҡыра.
Видео һуңында, ҡатын, аҡса булмауға һылтанып, был хеҙмәттән баш тарта.
Газ сыҡҡан осраҡта сигнал биреүсе ҡоролма магазиндарҙа хаҡы бер мең һумдан алып дүрт мең һумға тиклем. РФ законы һәр фатирҙа был ҡоролманы урынлаштырыуҙы талап итмәй.Хаҡ булығыҙ!




