Өфөлә спектакль премьераһы алдынан урамда концерт ойоштороласаҡ

28 июндә «Лёвушка» спектакле премьераһы алдынан концерт ойоштороласаҡ. Сара М.Кәрим исемендәге Йәштәр театры алдында үтәсәк.

Хәбәр итеүҙәренсә, был сараны ойоштороу менән «Виртуоздар» сәнғәт мәктәбе шөғөлләнә. Тамашасыларға бүләк яһарға уйлайҙар. Спектакль үҙе лә бик музыкаль.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,«Лёвушка» комедияһы премьераһы 28, 29 июндәрҙә үтә.Башлана 17:00 сәғәттә.

Фото: Интернет