Ғафури районы суды алдына ауыл хакимиәте башлығы баҫасаҡ. 50 йәшлек ир мутлашыуҙа һәм ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Республика Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе биш кешенең 125 сутый ергә хоҡуҡтары барлығы хаҡында ялған өҙөмтә яҙып бирә. Ялған документ өсөн ул алтмеш мең һум күләмендә ришүәт ала. Бер ер биләмәһен ул үҙенең енәйәттәше исеменә күсерә, унан ялған юл менән түрәнең ҡыҙына һаталар. Муниципалитетҡа 500 мең һумдан ашыу зыян килтерелә.
Енәйәт эшен судға тапшыралар. Биләмәләрҙең береһе муниципаль мөлкәткә кире ҡайтарыла. Түрәнең «Suzuki» автомобиленә, ер участкаларына бик һалына.
Фото: Интернет




