Башҡортостанда ҡала яны поездары пассажирҙары ВИЧ хәүефе тураһындағы иҫкәрмәләр алды

Ирекмәндәр пассажирҙарға иҫкәрмәләр таратты. Был акция ВИЧ проблемаһына йәмәғәт иғтибарын йәлеп итәсәк.

Листовкаларҙа ВИЧ-инфекцияһы һәм СПИД хаҡында мәғлүмәттәр яҙылған. Шулай уҡ, сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн кәңәштәр ҙә бирелгән. Акция сиктәрендә барлығы ике меңгә яҡын листовкалар таратыла.

Был акция республика кимәлендә генә үтмәй. Ҡала яны поезды Пенза, Ырымбур, Силәбе өлкәләрен, Мордовия Республикаһын хеҙмәтләндерә. Шуға күрә, мәғлүмәттәр бик күп ерҙәргә тарала.

Фото: Интернет