Район-ҡалаларҙан 800-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Ошо хаҡта бөгөн республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашлығында уҙған урындағы башланғыстарҙы яҡлау, йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәләрен һәм төбәктә инициатив бюджетлау механизмдарын үҫтереү юлдарын ҡараусы эшсе төркөм улырышында билдәләнде.
Конкурста ҡатнашырға иң күп ғариза Нефтекама ҡалаһынан ҡабул ителгән - барлығы 35 проекттың бөтәһе лә еңеп сыҡҡан. Шулай уҡ Салауат, Архангел райондарынан тәҡдимдәр күп. Дыуан, Балаҡатай райондарынан проекттар, ҡыҙғанысҡа, конкурс комиссияһын үтә алмаған. Был төбәктәрҙә эш үҙенсәлектәрен аңлатыу алып барыу кәрәклеге билдәләнде. Былтыр программаны тормошҡа ашырыуға 300 миллион һум бүленгән. Быйыл проектта үҙәгәрештәр бар - конкурста ҡатнашыусылар субсидиялауҙың 17 процентын йыя.
Халыҡ күбеһенсә мәғариф учреждениеларын, мәҙәниәт йорттарын, ауыл клубтарын, спорт майҙансыҡтарын ремонтларға тәҡдим итә. Был тәңгәлдә объекттар исемлеген киңәйтеү мәсьәләһе ҡарала, шулай уҡ конкурстың икенсе туры алып ташлана. Ултырышта биләдәләнеүенсә, республикала өс йыл дауамында эшләп килгән проетк яҡшы һөҙөмтәләр бирә.




