Эҫелә эш көнө оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, хеҙмәт урынында һауа температураһы 28,5 градустан юғары булған осраҡта, эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрен бер сәғәткә алдан өйҙәренә ҡайтарырға тейеш. Һауа температураһы норманан тайпылғанда, эш көнө оҙайлығы санитария ҡағиҙәләре нигеҙендә көйләнә.

Хеҙмәт урындарында шулай уҡ эсәр һыу һәм аптечка ла булырға тейеш. Был ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәгән осраҡта ойошма-предприятиеларға штраф һалыу ҡаралған. Ул шәхси эшҡыуарҙарға 1 мең һумға тиклем, ә ойошмалар өсөн 10-20 мең һум менән билдәләнә.

(Роза Кузьменко, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары)Хеҙмәт биреүсе эшселәренә уңайлы шарттар булдырырға бурыслы. Кондиционер урынлаштырырға, әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, эш ерендә һауа температураһы 28 градустан ашҡан хәлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡарырға тейеш. Ә асыҡ һауала температура 26-27 градус булғанда һәм хеҙмәткәрҙәрҙән физик көс талап ителһә, эш көнөнөң бер-нисә сәғәткә лә ҡыҫҡарыуы мөмкин.

Автор: Азат Ғәлиуллин.