Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тарихи ҡомартҡы булып танылған объектта йәкшәмбе кис ут сыҡҡайны. Зыян күргән майҙан 500 квадрат метр тәшкил итә. Әлегә янғын сәбәптәре билдәһеҙ. Тикшереү һөҙөмтәләре бер айҙан һуң асыҡланыр тип көтөлә.
Билдәле булыуынса, сауҙагәр Василий Веденеевтың бер быуат элек төҙөлгән был өй реконструкцияға ябылған булған. Әммә ун йылдан ашыу унда бер ниндәй ҙә ремонт эштәре башҡарылмаған. Ҡарауһыҙ ҡалған объектта янғын тәүгә генә сыҡмауы ла мәғлүм.




