"Салауатнефтехим" акционерҙар йәмғиәте өлкәндәр һәм балалар өсөн гигиена әйберҙәре сығарырға ниәтләй. Предприятие ныҡлы киләсәкте яңы етештереү линияларын үҙләштереүҙә һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа күрә. Ҡеүәттәрҙе арттырыу менән бер рәттән экологияға зыян килтермәү ҙә төп маҡсат булып тора. Бөгөн предприятиела хеҙмәт ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡаланың абруйлы граждандары һәм журналистар өсөн цехтар буйлап сәйәхәт тә ойошторолдо.
Заманса ҡоролмалар, бар эш автоматлаштырылған. Салауаттағы акрил кислотаһы заводы Рәсәйҙә иң ҙуры. Ул былтыр файҙаланыуға тапшырылған. Был заводты төҙөү- заман талабы. Элек бында бутил спирты сығарыла, әммә ҡытай предприятиелары беҙҙең ил заводтарын баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығара. Шул ваҡытта яңы төрҙө үҙләштереү ихтыяжы тыуа ла инде. Обьектты һалғанда тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү төп талап була.
Әле завод йылына 80 тонна дымлы һәм 35 мең тонна боҙло акрил кислотаһы етештереү ҡеүәтенә эйә. Сеймал суперабсорбент, акрил дисперсияһы һәм акрил буяуҙар эшләүҙә ҡулланыла. Предприятиела яңы етештереү линиялары ла үҙләштерелә, инвестициия проекттары ғәмәлгә ашырыла.
Изомеризация ҡоролмаһы предприятиела сафҡа индерелгән һуңғы яңы обьект. Ул юғары экологик класлы Евро-5 бензинын етештереү ҡеүәтен арттыра. Ә иң мөһиме заманса обьект тирә-яҡ мөхитте бысратмай, сөнки сығарылған ҡалдыҡтар составында көкөрт ҡатнашмаһы әҙ, ә еҫле углеводородтар бөтөнләй юҡ тиерлек.
Хәбәрсе. Әле предприятиела суперабсорбенттар етештереү йүнәлеше ҡарала. Йәғни полимерҙарҙы шәхси гигиена әйберҙәре эшләүҙә ҡулланырға мөмкин.
Бар проекттар ҙа нефть эшкәртеүҙе һөҙөмтәле итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һуңғы 15 йыл эсендә генә бында тиҫтәнән ашыу яңы ҡоролма файҙаланыуға тапшырылған, 15 миллиард һум инвестиция һалынған.




