Бөгөн республика йәмәғәтселеге арабыҙҙан киткән Барый Кинйәғоловты һуңғы юлға оҙатты

Мәрхүм менән хушлашыу Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Барый Кинйәғоловтың хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ул Башҡортостандың Почет грамотаһы, Салауат Юлаев ордены, Һайлауҙар ойоштороуҙағы ҡаҙаныштары өсөн, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы билдәләре һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.

Барый Исмай улы Кинйәғолов 1948 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Йәнбәк ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Ғафури районында башлай. Төрлө йылдарҙа мәктәп директоры, райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, хакимиәт башлығы булып эшләй. Тырыш хеҙмәте менән ул райондың агро сәнәғәт комплексын һәм етештереү өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 1996 йылдан алып 12 йыл дауамында Барый Кинйәғолов Республика Үҙәк һайлау комиссияһына етәкселек итә. Был йылдарҙа республиканың һайлау һәм референдумдар ҡануниәте киң үҫеш ала.

Һоҡланғыс кеше, күренекле дәүләт эшмәкәре менән хушлашыуға бик күп халыҡ килде. Барый Исмай улы Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.