Мәғариф учреждениелары янындағы көндөҙгө лагерҙарға килгәндә, улар 1 июлгә тиклем эшләйәсәк. Билдәле булыуынса, райондың ун белем усағы уҡыусыларҙың ялын ойоштороуҙа ҡатнаша. Малай-ҡыҙҙар өсөн унда көн һайын мәҙәни-спорт саралары, төрлө экскурсиялар уҙғарыла. Яңыраҡ Иглин ауылының 2-се урта мәктәбендә балалар әкиәт һөйләү конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарап, тел байлығын, артислыҡ оҫталығын арттырған. Шулай уҡ уҡыусылар футбол, волейбол, баскетбол кеүек ярыштарҙан ситтә ҡалмай, иртәнге зарядка, шаян старттарға ла баҫа.
Мәғариф учреждениелары янындағы ял итеү үҙәктәренә йөрөүселәр бассейнға йөрөп тә, сәләмәтлеген яҡшырта. Комплекс хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, балалар космплекста ваҡытын файҙалы үткәрә. Улар һыуҙа төрлө күнекмәләр яһай, тиҙлеккә йөҙә.




