Беҙ тормош өсөн!

Нәҡ ошондай исем аҫтында Өфө художество галереяһында хәйриә күргәҙмәһе асылды. Унда төрлө жанрҙа эшләнгән меңгә яҡын һынлы һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөһө менән танышырға була. Күргәҙмә залдарындағы матурлыҡ - мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижад емеше.

Экспозицияларҙа ағастан юнып, семәрләп эшләнгән сувенирҙарҙы, һоҡландырғыс картиналарҙы, бисер, туҡыма ҡулланып башҡарылған панноларҙы, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтарҙы күрергә мөмкин. Өфөнән Лиана Хисамованың ҡул эштәре күргәҙмәләргә тәүгә генә ҡуйылмай. Церебраль фалиждан яфаланған ҡыҙ төрлө түңәрәктәргә йөрөп ваҡ моторикаһын үҫтерә, ижад донъяһы аша халыҡҡа эске кисерештәрен еткерә.

Күргәҙмәләге матурлыҡ менән 22 июлгә тиклем танышырға була. Инеү ирекле. Экспозицияларҙа Октябрьский ҡалаһынан Елена Свиридованың ҡул эштәре лә ҡуйылған. 25 йәшлек ҡыҙ бәләкәй буйлы булыуға ҡарамаҫтан, тегенсе булып эшләп, яратҡан шөғөлөнән килем дә ала.

(Елена Свиридова, күргәҙмәлә ҡатнашыусы)Өфөлә ойошторолған күргәҙмәлә тәүгә ҡатнашам. Ижади эштәремдә тик сәскәләр генә сағылдырылған. Матурлыҡҡа ғашиҡмын. Минеңсә, был тормошта иң мөһиме - оптимист булыу.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.