Ҡатыҡ байрамы

Ҡатыҡ - төрки халыктарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла төп милли аҙыҡтарҙың береһе. Сөнки халҡыбыҙҙың тормошон малсылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында онотолоп барған йолаларҙың береһе - ҡатыҡ тәмләшеү байрамы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ит-һөт – башҡорттарҙың милли аш һыуында кин кулланыла торған ризыҡтар. Һөттө халыҡ теле ололап «аҡ» тип тә атай. "Аҡ"ты түгеү, әрәм итеү, тәләфләү - гонаһтарҙан һанала.Бындай продукттар тиҙ боҙолоусан булһа ла, ябай кешеләр быуаттар төпкөлөнән уларҙы һаҡлау серҙәрен, алымдарын бөртөкләп йыйып килгән. Ошо көндәргә тиклем һаҡланып килгән,киң танылыу яулаған ҡатыҡ бөгөнгө көндә лә бик популярэсемлек.

Ҡатыҡ тәмләшеү - онотолоп барған байрамдарҙың береһе. Ул элек электән яландар сәскәләргә күмелеп, һыйырҙың һөтө тәмләнгәс, үткәрелгән. Мерәҫ ауылында беренсегә уҙғарылған Ҡатыҡ тәмләү байрамы бик ҡыҙыҡлы йоланы кабаттан тергеҙҙе.Бында ҡатын-ҡыҙҙар һөт ризығынан әҙерләнгән төрлө тәбиғи ризыҡтар тәҡтим итте. Бөгөн был тәнгәлдә беҙҙен катын кыҙҙарыбыҙ шактай остарҙы. Ҡатнашыусыларҙың өҫтәлендә нимә генә юҡ: емеш-еләк ,йәшелсә ҡушылған ҡатыҡ,ҡороттар; ҡыҙҙыл эремсек,ҡымыҙ , айран,һөҙмә, ҡуйылтмаҡ,ҡаймаҡ, май,кәзә һөтө, йогурттар,сыр һәм башҡа әллә нисәмә төрлө һөт ризығы.

Байрамда 12 ғаилә ҡатнаша, мин уларға ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән рәхмәт белдерәм. Әҙерлек бик әүҙем барҙы.

Дилбәр Яхина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе

Һөттән яһалған ризыҡтар күп төрлө һәм файҙалы ла, унан табыш алып йәшәгендәре лә күп ауыл ерендә. Шуларҙың береһе Гөлсинә Хәсәнова .Ул 90-сы йылдарҙан алып бөгөнгә көнгә тиклем һөт ризыҡтарынан килем ала.Бөгөн ул 29 төр ҡатыҡ һәм һөттән яһалған ун төрлө ризыҡ алып килгән.

Һөттән эшләнгән барлыҡ ризыҡты килтерҙем. Сауҙа менән дә шөғөлләнәм. Үҙемдең клиенттарым бар. Яҡшы ғына килем килтерә. Һөт ризыҡһыҙ булмай. Һыйыр көтһәң һыйлы булаһың.

Гөлсинә Хәсәнова, байрамда ҡатнашыусы

Халҡыбыҙҙың матур йолаларын һаҡлап, килер быуынға еткереү - ололарҙың бурысы.Балалар тәбиғәт ҡосағына ҡатыҡ, ҡаймаҡ тәмләп ҡараны,төрлө халыҡ уйындарын уйнаны. Өлкәндәр ҡатыҡ, ҡороттоң нисек эшләнеүе тураһында һөйләне. Байрамға йыйылған ҡунаҡтар әҙерләнгән төрлө һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарай алды . Былар барыһы ла таҡмаҡ-бейеүҙәр, һамаҡтар менән үрелеп барҙы.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.