Республиканың көнбайышында көслө дауыл үтә

Республикала һауа торошоноң боҙолоуо хаҡындағы иҫкәртеү ысынға тура килә. Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә көслө дауыл үтә. Күгәрсен районыныда дауыл йорт ҡыйығын алып осора.

Фото №1 - Республиканың көнбайышында көслө дауыл үтә

Республиканың төрлө райондарынан хәбәрҙәр килә. Ҡырғыҙ-Миәкәлә автомобилдәр зыян күрә:ел ағастарҙы йығып ҡолата.

Фото №2 - Республиканың көнбайышында көслө дауыл үтә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы билдәләүенсә, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында дауыл йорттоң ҡыйығын алып ташлай. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Зыян күргән йортта йәшәүселәрҙе күсереү талап ителмәй. Ваҡиға урынында ремонт бригадаһы эшләй. Тиҙ арала ҡыйыҡ төҙөкләндереләсәк.

Фото №3 - Республиканың көнбайышында көслө дауыл үтә
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ