Иғтибар үҙәгендә рөхсәт ителмәгән пляждар

Өфө ҡалаһының йәмәғәт именлеге һәм Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре тыйылған урындарҙа һыу инеү осраҡтраны асыҡлау өсөн рейдҡа сыҡты. Бөгөн ул баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә үтте.

Йәй башындағы болоҡһоу көндәрҙән һуң, һауа температураһы ниһайәт, 30 градусҡа тиклем күтәрелде. Эҫелә һыу инеүселәр ҙә бермә-бер артты. Ҡыҙғанысҡа, улар рөхсәт ителмәгән урындарҙа ла күп.

Өфө ҡалаһы йәмәғәт именлеге белгестәренең рөхстә ителмәгән пляждар буйлап рейдҡа сығыуы тәүгә түгел. Сираттағыһы Черниковка биҫтәһендә үтте.

Каникулда мәктәп уҡыусыларының да ваҡыты күп. Әммә йыш ҡына улар йылға-күл буйҙарына яңғыҙы килә. Махсус рейдта бәлиғ булмағандар айырым иғтибар үҙәгенә алынды. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, күп осраҡта балалар рөхсәт ителмәгән урындарҙа бәләгә тарый.

Күп ата-әсәләр үҙ балаларының ҡайҙа йөрөгәндәрен белмәйҙәр, контрольда тотмайҙар. Беҙҙең рейдтар балаларҙы тәрбиәләү һәм бәлә-ҡазанан һаҡлауҙа профилактик әһәмиәткә эйә.

Әлмира Исхаҡова, йәмәғәт именлеге белгесе

Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында ял итергә яратыусыларҙы һаҡ булырға саҡыра. Өфө ҡалаһы биләмәһендә 12 рәсми һыу инеү урыны эшләй. Улар барыһы ла ял итеүселәр именлеге өсөн тейешле талаптарға яуап бирә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.