Үкенескә ҡаршы, күп осраҡтарҙа өлкәндәрҙең ғәйебе менән балалар ҡаза күрә. Сираттағы юл-транспорт фажиғәһендә уҡыусы малай йәрәхәтләнә. Көтмәгәндә уның башына автомобиль тәгәрмәсе бәрелә.
Ял кафеһы туҡталышында юғары тиҙлектә китеп барған Газель 14 йәшлек малайҙы йәрәхәтләй. Автомобилдең тәгәрмәсе икенсе транспорт сараһына ҡаҡтығып балаға килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә малайҙың баш мейеһе йәрәхәтләнә, уң яҡ ҡолағы һәм аяҡтары яралана. Шаһиттар әйтеүенсә, ике водитель дә малайға ярҙам итеп тормай, фажиғә урынынан ҡасыу яғын ҡарай.
Балалар ҡатнашлығындағы авариялар айырыуса йәйге каникулдар ваҡытында йыш теркәлә. Көн һайын ике-өс бала һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына эләгә. Ял кафеһы туҡталышында фажиғәгә тарыған Әлфир исемле малай ҙа Өфө ҡалаһындағы 17-се дауаханаға һалынған. Табиптар уның хәлен тотороҡло тип һанай.
Әлеге ваҡытта Әлфирҙең ата-әсәһе һәм полиция ғәйепле водителде эҙләй. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр: 8 (917) - 780 -51 - 90 телефон һандарына шылтыратыуҙары һорала.





