Бәхетһеҙ осраҡтар Калинин һәм Орджоникидзе райондарында теркәлгән. Бер йәшлек сабый һәм 9 йәшлек бала бишенсе ҡаттан ҡолаған. Икеһе лә ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Һуңғыһының умыртҡа һөйәге зарарланған. Уға ашығыс рәүештә операция яһағандан һуң кәүҙәне тура тоторға ярҙам итеүсе тимер ҡоролма ҡуйылған.
Һуңынан малайға тағы ла бер операция талап ителәсәк. Фәжиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында белгестәр, балалы ғаиләләргә эҫе көндәрҙә тәҙрәләрҙе тулыһынса асмаҫҡа, эске яҡтан тотҡостарын алып ҡуйырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.





