Республикала ғаилә сәйәсәте буйынса 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән концепцияның тәүге этабы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып артабан комплекслы программа булдырыу талап ителә. Ошо хаҡта бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ултырышында билдәләнде.
Быйыл ғинуар-апрель айҙарында никахҡа инеүселәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда 9,7 процентҡа кәмегән, йәғни 6317 пар өйләнешкән. Никахлашыусы парҙарҙың йәше артыуы күҙәтелә. 1990 йылда 22-24 йәшлектәр өйләнһә, хәҙер 26-28 йәшкә етеүселәр мөнәсәбәттәрен закон менән нығыта. Беренсе балаһын ҡатын-ҡыҙҙар 25 йәште уҙғас ҡына таба башлаған. Айырылыуҙар артҡан.
Демография күрһәткесенә килгәндә,тыуыу йылдан-йыл кәмей. Рәсәй Президентының май указына ярашлы 2024 йылға тыуым коэффициентын 1,7 процентҡа еткереү бурысы ҡуйылғайны. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу йәһәтендә республикала беренсе генә түгел, икенсе, өсөнсө һәм унан күберәк балалар тыуған ғаиләләргә ярҙам саралары күрелә. 2017 йылда 40 күп балалы ғаилә торлаҡ сертификаттары ярҙамында йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Быйыл был маҡсатта 117 миллион һум аҡса бүленгән,тимәк тағы ла ҡырҡҡа яҡын ишле ғаилә дәүләт ярҙамында фатир алыу мөмкинлегенә эйә.





