4-7 июлдә Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған саралар уҙа. Өфөлә үтәсәк пленар ултырыш барышында Рәсәй мосолмандары тарихының көнүҙәк проблемаларын, Зәйнулла Рәсүлевтың Рәсәйҙә традицион исламды һәм суфыйсылыҡты үҫтереүҙәге ролен тикшереү күҙаллана.
Конференция эшендә ошо тема менән шөғөлләнгән билдәле Рәсәй һәм сит ил ғалимдарының ҡатнашыуы көтөлә. Осрашыуға Төркиә, Польша, Үзбәкстан һәм Рәсәй ҡалаларынан ғалимдар килергә тейеш. Конференция йомғаҡтары буйынса донъя күрәсәк йыйынтыҡҡа Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Япония һәм Германия вәкилдәренең докладтарын индереү ҡаралған.
"Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар башҡорт мәғрифәтсеһе Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған дәүләт программаһын ҡабул итеү мөһимлеген һәм уның әҫәрҙәрен инвентаризациялау зарурлығын билдәләне. Өфөләге Халыҡ-ара ғилми конференция пленар ултырыш менән генә сикләнмәйәсәк. Артабан ҡунаҡтар Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында һәм Учалыла үтәсәк тантаналы сараларҙа ҡатанашып, Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған төйәгенә һәм изге Әүештауға барасаҡ.





