Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дина Гаврилова ошо көндәрҙә республика әҙәбиәтселәре исемлеген тулыландырҙы. Тиҫтәгә яҡын китап авторы тыуған яғына яңы әҫәренең исем туйын үткәреү өсөн дә ҡайтҡан. Теманың дауамын беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Һин барыһынан да яҡшыраҡ! Дина Гаврилованың яңы китабының исеме Башҡортостан төйәгенә һөйөү һүҙҙәре булып яңғырай. Инде күп йылдар Эстонияла йәшәгән Дина Гаврилованың барлыҡ әҫәрҙәре лә тыуған ере, яҡташтары тураһында.
Яңы китап яҙыусының "Һалҡын йылдар" төҫтәре романының дауамы. Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылы кешеләренең тормошон автор сыуаш ҡыҙы Еля -Еликаниданың тарихы аша һүрәтләй.
Ошо көндәрҙә Дина Гаврилова Бишбүләк һәм Бәләбәй райондарында яңы китабының исем туйын ойошторҙо. Динаның әҫәрҙәре республика матбуғатында, шулай уҡ Башҡортостанда сыҡҡан Бөтә Рәсәй "ЛиФФТ" журналында ла донъя күреп тора. Илһам сығанаҡтарын да Дина Гаврилова башҡорт ерендә ала.





