Өфөлә яңы урамдар барлыҡҡа киләсәк. Ҡала советы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Дим районы һәм Глумилино-10 биҫтәһенең яңы урамдарына исемдәр биреләсәк.
Дим районында Сәнәғәт (Промышленная) һәм Технологик (Технологическая) урамдары барлыҡҡа киләсәк. Октябрь районында иһә урамға Яугир-Интернационалистар исеме бирелә. Урамдар исемлеге рәсми рәүештә раҫланған.
Урамдарҙың яңы исемдәре өсөн депутаттар тауыш бирә. Быға тиклем объекттар исемһеҙ була..
Фото: Интернет.




