Башҡортостанда "Йылым" тәбиғәт паркы барлыҡҡа киләсәк. Паркы булдырыу эштәре тамамланыу алдында. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, проект Рәсәйҙең Экология министрлығы менән раҫланған.
Биләмәгә даими рәүештә туристар ағыла. Айырыуса, йәйге миҙгелдә. Улар арттарынан сүп-сар ҡалдырып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерә.
Тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу маҡсатында, рсепублика Хөкүмәте йылға биләмәһен тәбиғәт паркы итеп билдәләне. Был тәбиғәтте таҙа итеп һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: Интернет.




