Өфөлә соҡорға төшөп киткән автомобиль водителе йәйәүлене ситләп үтергә теләгән

Өфөлә ошо көндәрҙә "Тойота" машинаһы ремонт эштәре өсөн ҡаҙылған соҡорға осоп төшә. Был ваҡытта уның эргәһендә Марина исемел пассажир ултыра.

Фото №1 - Өфөлә соҡорға төшөп киткән автомобиль водителе йәйәүлене ситләп үтергә теләгән

Был хаҡта беҙҙең редакция Был хаҡта беҙҙең редакция хәбәр иткәйне инде. Редакцияға Инорста йәшәүсе ошо машина пассажиры менән интервью ебәрә. . Редакцияға Инорста йәшәүсе ошо машина пассажиры менән интервью ебәрә.

Фото №2 - Өфөлә соҡорға төшөп киткән автомобиль водителе йәйәүлене ситләп үтергә теләгән

Ҡатын был төндә "Тойоте" автомобилендә була. Кәртәләнгән урын алдынан ғына бер инәй килеп сыға һәм юлды йүгереп үтеп китә. Водитель оло йәшлек ханымды бәрҙермәҫ өсөн, рулде ситкә бора һәм кәртәне емереп, соҡорға оса. Марина һүҙҙәренсә, улар машинанан сыҡҡас, водитель ваҡиға урынынан ҡаса. Ҡатын билдәләүенсә, кәртәләнгән урында яҡтыртыусы билдәләр булмай һәм соҡор ҙа күренмәй.Зыян күргән сит ил машинаһы пассажиры белдереүенсә, сигнал лампаларына батареяларҙы үҙе ҡуя. Машинанан сыҡҡас, ул үҙ фатирына ҡайта, унан, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен көтөү һәм сафтан сыҡҡан лампаларға батареялар ҡуйыу маҡсатында, кире килә. Шулай уҡ Марина белдереүенсә, автоинспекция хеҙмәткәрҙәрһеҙ автомобилде соҡорҙан сығарыу өсөн эвакуация хеҙмәте ҙур сумма аҡса һорай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ