Өфөлә Комсомол урамында барған ремонт эштәре сәбәпле йәмәғәт транспорты хәрәкәте үҙгәрә

Комсомол урамында юлдарҙы ремонтлау эше бара. Шул сәбәпле, троллейбустар һәм автобустар хәрәкәте үҙгәрә. Хәрәкәт 29 июндең 06:00 сәғәткә тиклем сикләнәсәк.

Шулай итеп, Урман техникумы урамынан алып Рәсәй урамына тиклем 29 июндең таңғы сәғәт алтыға тиклем хәрәкәт сикләнәсәк. Ремонт эштәре яҡшы һауа шарттары булған осраҡта башҡарыласаҡ. Шулай итеп, урында йәшәүселәрҙе автобустар һәм троллейбустар хәрәкәтенең үҙгәреүе хаҡында иҫкәртәләр.