Бөгөн, 28 июндә, экологик акция уҙасаҡ. Сара Өфө йылғаһы яры буйында ойоштороласаҡ. Йыйылыу урыны: М. Рыльский ур., 31.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция таҙа ҡала мөхитен тыуҙырыуға мөмкинлек бирә. Акцияға,шулай уҡ, ирекмәндәр ҙә ҡушыла.
Өфөлә йәшәүселәрҙе акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡыралар. Башлана 19:00 сәғәттә. Экологик сара йәй аҙағына тиклем дауам итәсәк.




