Республикала алимент буйынса бурысы йыйылған ирҙе эҙләйҙәр

Суд приставтары Сухов Максим исемле бурыслыны эҙләй. Уның, балиғ булмаған улына ҡарата бурысы 300 000 һумдан артып китә. Ирҙең ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Республиканың Федераль Суд приставтары идаралығы билдәләүенсә, теркәү урыны буйынса ир йәшәмәй. Приставтарҙың шылтыратыуына яуап бирмәй. Әлеге ваҡытҡа ирҙең ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Әгәр ҙә һеҙ был хаҡта берәй ниндәй мәғлүмәт белһәгеҙ, 2735640 телефон һандары аша хәбәр итеүегеҙ һорала. Бурыслыны эҙләү дауам итә. Урында йәшәүселәрҙе бурыстарын ваҡытында түләргә саҡыралар.