Өфөлә пассажирҙар ташыусыларға талаптар ҡәтғиләште

Башҡортостанда пассажирҙар ташыусылар өсөн ҡағиҙәләр үҙгәрҙе. Хәҙер ташыусылар автобустың, троллейбустың, трамвайҙың ҡайҙа икәнлеге хаҡында республика һәм муниципаль навигация системаһына хәбәр итергә бурыслы. Шулай уҡ, хакимиәт резерв транспорттың иҫәбен асыҡлаясаҡ.

Шулай уҡ, пассажирҙарҙы ташыу өсөн конкурс ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер ҡатнашыусы, транспорты барлығы хаҡында иҫбатларға тейеш. Конкурс еңеүселәре лицензияһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал, сөнки талаптар арта..

Тейешле талаптарҙы үтәмәгән осраҡта , хеҙмәтләндереүсенең лицензияһын тартып алыуҙары ихтимал. Әгәрҙә транспорт өс көн рәттән рейсҡа сыҡмай һәм талаптарҙы үтәмәй икән,ташыусының маршрут картаһын юҡ итеүҙәре мөмкин.

Фото: Интернет.