Өфөлә пациенттың үлемендә ғәйепләнгән табиптар амнистияға эләгә

Өфөлә пациент үлемендәге ғәйепләнеүсе табиптар амнистияға эләгә. 65 йәшлек ир ашҡаҙан сиренән 2013 йылда вафат була. 21-се дауахананың өс табибына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото №1 - Өфөлә пациенттың үлемендә ғәйепләнгән табиптар амнистияға эләгә

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен танымай. Үҙ сиратында, вафат булған пациенттың туғандары табиптарға ҡарата ғәҙел ххөкөм һорай. Ғәйепләү яғы билдәләүенсә, табиптар сирлене тейешле кимәлдә тикшермәй.

Яуапһыҙлыҡ арҡаһында сирле вафат була. Ғәйепләнеүселәр, 2015 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан сығарылған амнистияны ҡулланыуҙы һорай. Зыян күреүселәр иһә ризалашмай.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ