Ғүмер оҙонлоғо 80 йәштән уҙып китергә, торлаҡ төҙөү 1,5 тапҡырға артырға, халыҡтың килеме күтәрелергә тейеш. Рәсәй Президентының май указдарында һәм йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстар һәр төбәккә ҡағыла. Ә Башҡортостан илдең терәк төбәге булараҡ уртаса күрһәткестәрҙән дә юғарыраҡ үҫеш тәьмин итергә тейеш. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов стратегия комитеты ултырышында белдерҙе.
Кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, йүнселдәргә булышлыҡ итеү. Илдә социаль-иҡтисади үҫеш буйынса оло маҡсаттар ҡуйыла. Бер генә миҫал, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр иҫәбе 60 процентҡа артырға тейеш. Әле бөтә ил буйынса бар маҡсаттарҙы үҙ эсенә алған һәм тормошҡа ашырыу юлдарын ҡараған стратегия төҙөү ҡарала. Башҡортостанда иһә был йүнәлештәге эшмәкәрлек алдан уҡ башланған. Хәҙер һәр ҡала-районыдың стратегия проектын әҙерләү бара, төбәктәрҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып өҫтәмәләр индерелә.
Әлеге ваҡытта 16 муниципаль берәмектең стратегияһы ҡабул ителгән. Проекттар әҙерләүҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ҡарала. Уны социаль-иҡтисади үҫештең мкетодик ҡулланмаһы тип атарға мөмкин.
Ҡуйылған һәр бурыс, күрһәткес буйынса етди фекер алышыу, һөйләшеү бара. Сөнки бер муниципаль берәмеккә яраған пландың икенсеһенә бөтөнләй тура килмәүе ихтимал. Һәр район-ҡаланың өҫтөнлөклө яҡтары ла, проблемалы урындары ла бар.
Маҡсатты тормошҡа ашырыуҙың юлы бер, тырыш һәм берлектәге хеҙмәт. Сөнки бар министрлыҡ-ведомстволар бер төптән һәм алға тартҡанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.




