Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Шаршамбы Өфөлә ҡотҡарыусылар һыу объекттарында дүрт кешенең, шул иҫәптән ике баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Был турала баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итәләр.

Фото №1 - Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

27 йәшлек ир рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән булһа, 13 йәшлек үҫмерҙең һыуҙа аяғын көҙән йыйырған. Өфө йылғаһында 9 йәшлек малай көслө ағымға эләккән, ә "Ҡояшлы" пляжында һыуҙан 17 йәшлек егетте сығарғандар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ