Башҡортостанда балалар һауыҡтырыу лагерҙарын мониторинглау башланды

Рейдтарҙы "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардияһы" ойоштора. Шулай уҡ тикшереүҙә республиканың мәғариф министрлығы, йәмәғәт палатаһы ҡатнаша. Бөгөн рейдтар Өфөнөң Аҡсарлаҡ һәм Өфө районындағы Энергетик балаларҙы һауыҡтырыу үҙәктәрендә уҙҙы.

Йәй, каникул һәм тәбиғәт ҡосағы. Өфө ҡалаһының үҙендә. "Аҡсарлаҡ" лагерының икенсе сменаһында күп балалы ғаиләләрҙән һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған уҡыусылар ял итә.

Балалар лагерына бөгөн "Йәш гвардия"сылар һәм йәмәғәт палатаһы вәкилдәре килде. Улар уҡыусыларҙың йәшәү шарттарын ҡарай, санпин нормалары үтәлешен тикшерә.

"Аҡсарлаҡ" баш ҡалала 80 йылдан ашыу эшләп килә һәм корпустары ла иҫкергән. Лагерҙа йыл һайын ремонтлана, әммә ул ғына етмәй, тотош яңынан төҙөү талап ителә, ти уның хеҙмәткәрҙәре.

Лагерҙы тәртиптә тотоуға килгәндә, үҙем дә майҙандағы үләнде сабам, ремонт яһайбыҙ. Был урында әлбиттә, бөтә уңайлыҡтары булған лагерь төҙөлһә яҡшыраҡ булыр ине. Сменаһына 67 бала түгел, күберәк ҡабул итер инек.

Арсен Сәрмәнов, "Аҡсарлаҡ" балалар һауыҡтырыу лагеры директоры

Тикшереүселәр хәүефһеҙлекә, туҡландырыуға ҙур иғтибар бүлә, сөнки йыш ҡына был йәһәттә ағыуланыу осраҡтары теркәлә.

Сиратта Өфө районында урынлашҡан "Энергетик" лагеры ашханаһы. Ашарға бешереү санитар норма ҡағиҙәләре буйынса ойошторолған - цехтар айырым. Төшкө ашҡа дежур уҡыусылар өҫтәл әҙерләй.

"Энергетик" лагерында башлыса йылытыу- энергетика системаһында эшләүселәрҙең балалары ял итә. Бында юлламаның хаҡы 30 мең һумдан ашып китә. Шарттар ҙа икенсе. Корпустарға 2009 йылда реконструкция яһалған.Йылытыла торған бассейн эшләй. Кисә икенсе смена өсөн һыу инеү миҙгеле асылған.

Лагерҙарға мониторинг 21 июлгә тиклем дауам итәсәк, ревизорҙар төбәктәге йөҙгә яҡын йәйге лагерға барырға ниәтләй. Уның һөҙөмтәләре буйынса балалар ялын ойоштороуға тәҡдимдәр индереп программа төҙөү ҡарала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.