Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөлә башланы

Объект Башҡортостандың100 йыллығына 100 объект программаһына индерелгән. Әлеге ваҡытта урындағы мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр авария хәлендәге һәм заман талаптарына яуап бирмәгән бинаға йөрөргә мәжбүр. Өҫтәүенә, ул барлыҡ теләүселәрҙе лә ҡабул итә алмай.

Фото №1 - Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөлә башланы

Һуңғы йылдарҙа ҡасабала төҙөлөш эштәре йылдам бара. Бер үк ваҡытта ул социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарының бер нисә ҙур предприятиеһы майҙансығына әүерелгән. Шуға ла тораҡ пунктҡа социаль өлкәлә лә үҫешеү мөһим. 150 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһын асыу тәүге аҙымдарҙың береһе булмаҡсы, был барлыҡҡа килгән сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк. Подрядсы ойошма төҙөлөш эштәрен киләһе йылдың дүртенсе кварталына тамамларға ниәтләй.

Балалар баҡсаһында йәш быуын өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырыласаҡ. Атап әйткәндә, иркен һәм яҡты бинала уйын һәм йоҡо бүлмәләре, ашхана, медпункт, музыка, спорт залдары урынлашасаҡ. Бынан тыш, күләмле проект аҙ мобилле граждандар өсөн махсус лифтты ла үҙ эсенә алған.

Маяҡ ҡасабаһында төҙөлгән балалар баҡсаһы проекты республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Ике аҙна элек объектта төҙөлөш эштәре башланды. Ата-әсәләрҙең күптәнге хыялы Башҡортостандың оло юбилейына ҙур бүләк буласаҡ.

Николай Черепанов, Күмертау ҡалаһының мәғариф идаралығы етәксеһе

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ