Аҡсаны закон һаҡлаясаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин банк карталарынан аҡса урлауға ҡаршы тороу буйынса законға ҡул ҡуйҙы. Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында сыҡҡан документ, банк операцияларының түләүсе ризалығы менән атҡарылыуы шик аҫтына ҡуйылғанда, банктарға аҡса күсереүҙе ике көндән дә артыҡ булмаған ваҡытҡа туҡтатып торорға рөхсәт бирә.

Яңы закон клиент ризалығынан тыш, уның иҫәбенән аҡса алыуҙы кисектереүгә йүнәлтелгән. Ул баҫылғандан һуң 90 көн үткәс үҙ көсөнә инә. Йәғни был закон өс айҙан һуң эшләй башлаясаҡ.