Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәткәрҙәре шыйыҡсаны магнитлы эшкәртеүсе яңы ҡоролма уйлап сығарған. Химик матдәләр ҡулланмайынса хәҙер иген культураларынан 20, ә йәшелсәләрҙән 45 процентҡа тиклем күберәк уңыш алырға мөмкин.
Ҡоролоҡ беҙҙең республиканың күп кенә төбәктәре өсөн хас күренеш. Бар хужалыҡтарҙың да тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн, дымлылыҡ етешмәгән баҫыуҙарҙы яһалма һуғарырға хәленән килмәй. Һыу һипкән хәлдә лә ул ямғыр тамсыларын тулыһынса алмаштыра алмай.
Был йәһәттән Башҡорт дәүләт аграр университетының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты вәкилдәре ҙур асыш яһаған. Улар химик матдәләр ҡулланмайынса, экологик яҡтан хәүефһеҙ һәм иҡтисади йәһәттән отошло ҡоролма эшләгән. Магнит менән эшкәртелгән йәшәү сығанағы Өфө районы "Дмитриевка" хужалығы баҫыуында һынау үткән. "Тере һыу" менән һуғарылған кәбеҫтә баҙыуҙары 13-15 процентҡа күберәк уңыш биргән.
Әлегә ваҡытта проект авторҙары инновацияны производствола ҡулланыу өсөн килешеүҙәр төҙөй. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, баҙарға сығыу өсөн кәмендә 1,5-2 йыл талап ителәсәк.




