Күптән түгел "Шаранагрогаз" предприятиеһы һауынсыһы Наталья Нуриманова Благовар районында үткән республика конкурсында еңеүсе тип танылды.
Һауынсы һөнәренә Наталья Нуриманова 30 йылдан ашыу ғүмерен арнаған.
Хеҙмәттәштәре менән бергә Наталья быйылғы миҙгелдә лә юғары уңыштарға ирешә. Быйыл хужалыҡта һәр һыйырҙан былтырғыға ҡарағанда ике килограмға күберәк һөт һауып алына. Хужалыҡтағы 1800 баш эре малдың 500-е һыйырҙар. Әле хужалыҡ эшсәндәре алдында ҡышҡылыҡҡа сифатлы мал аҙығы әҙерләү бурысы тора. Бесән сабыу аҙна самаһы дауам итә.




