Республика төбәктәрендә "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары уҙа

Баймаҡ районының Иҙелбай ауылы халҡы ла ошо көндәрҙә ырыуҙаштарын йыйҙы. Был ауыл бөгөн картала юк, әммә унан сыҡҡан кешеләр үҙҙәренең тамырҙарын яҡшы хәтерләй. Тулырак беҙҙең сайтта.

Фото №1 - Республика төбәктәрендә "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары уҙа

Иҙелбай ауылы тигән төшөнсә бөгөн моғайын да ошо ауылда тыуып, тамыр нығыткан кешеләр өсөн үтә ҡәҙерлелер. Ул хәҙер айырым ауыл буларак картала һакланмаһа ла, Баймаҡ ҡалаһының Ҙур Кәкереауыл биҫтәһе буларак йылдан-йыл үҫешә бара. Унда һуңғы йылдарҙа матур йорттар калкып сыкты, кешеләр зауыклы итеп тормош көтөргә тырыша.

Иҙелбай үҙенең күренекле шәхестәре менән дә билдәле. Яҙыусы Нәжип Иҙелбай тап ошо төбәктән. Ауылдың элекке нигеҙендә стелла асылып, уның ташына тап яҙыусының ҡанатлы һүҙҙәре яҙылды. Касандыр 4 урам, 20 йорттан торған ауыл уның һәр кешеһендә йылы тәҫироттар булып һаклана.

Үҙем сығышым менән Иҙелбай ауылынан, бында тыуып үҫтем. Һуғыш тамамланғас Кәкреауылға күстек. Атай-әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ алтын йыуыу эшендә булдылар. Старательдар әйгеһен алтын йыуҙылар, ҡышҡыһын баҡыр заводына ағас ҡырҡып ташынылар.

Салауат Ғүмәров, байрамда ҡатнашыусы

Иҙелбаев фамилияһынан Абдулиндар, Әминевтар, Ғалиндар, Сәлиховтар, Әбсәләмовтар, Мәхияновтар һ.б. таралған. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла бында йыйылды. Һәр береһе үҙ табынын йыйып, концерт номерҙарын әҙерләгәндәр.

Альберт Әминев, байрамда ҡатнашыусы

“Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамы ул туғандарҙың, ырыуҙаштарҙың йыйылыу урыны ла. Унда башлыса унышар, егермешәр йыл күрешмәгән якташтар кайтып бер береһен таба. Был юлы осрашыуға төрлө калаларҙан ғына түгел, ә ситтән, башка республика, өлкәләрҙән дә кайтыусылар, ауыл тураһында ишетеп кенә белгән йәштәр ҙә күп булды.

Урындағылар бындай сараларҙы йыйылышып, күмәкләп акса йыйып үткәреүгә күнеккән. Башлыса һаумыһыгыҙ ауылдаштарҙа халык инициативаһы менән үткәрелгән сараларҙын береһе. Унын эсенә кунел асыу, байрам саралары ғына түгел, ә ауылдарҙы төҙөкләндереү, яны обьекттар асыу кеүек файҙалы һәм кәрәкле эштәр ҙә инә.

Автор: Гөлдәр Ишбулатова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ