"Ҡыҙыл йәйләүе" исеме аҫтында ойошторолған эпик фестивалдә төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Бәйгеселәр йыр-көй, сәсәндәр сығыштарынан тыш, лаҡап һөйләне, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштерҙе.
Йәй, ҡунаҡсыллыҡ, йола тотоу, тамырҙарыңды барлау. Былар барыһы ла Ҡыҙыл йәйләүендә. Фестиваль конкурсанттарының йәше сикләнмәгән. Шуға ла сәхнәлә олоһо ла, кесеһе лә сығыш яһаны. "Сәсәңгә тиң кем булыр" исеме аҫтында республика район-ҡалалары ҡатнашыусылары башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен тәҡдим итте. Конкурс шарттары буйынса ул ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә эпик ҡомартҡыларҙан өҙөк, икенсеһендә үҙ төбәгенән лаҡап һөйләү бурысы ҡуйылды. Ауыҙ-тел ижады бәйгеһендә Бөрйәндәргә етеүсе булманы.
Этник фестиваль ҡатнашыусыларын, ҡунаҡтарын бигерәк тә сара сиктәрендә ойошторолған йыуаса бешереү конкурсы ҡыҙыҡһындырҙы.
Әйткәндәй, республика сәсәндәр бәйгеһенең тап Әбйәлил районының Күбәләк ырыуы ерлегендә үтеүе лә осраҡлы түгел. Сөнки ҡарһүҙ оҫталарының күбеһе сығышы менән тап Ҡыҙыл йылғаһы буйынан.
"Ҡыҙыл йәйләүе" быйыл икенсегә ойошторолдо. Сара музыкаль һәм мәҙәни традицияларҙы үҫтереүҙән тыш, сәсәндәрҙе, үҙешмәкәр композиторҙарҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. Был йәһәттән бөгөнгө сара үҙ маҡсатына иреште. Ҡатнашыусылар араһында мәктәп йәшендәгеләр күп булды.




