Маҡсаты – ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү. Шәхси секторҙа үткән аңлатыу эштәре барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелде. Электр сымдары, йылытыу ҡоролмаларының торошо ҡаралды. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы осорҙа баш ҡалала янғын сығыу осраҡтары арта.
Был тәү сиратта кешеләрҙең вайымһыҙлығы һәм иғтибарһыҙлығына бәйле тип билдәләй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре. Рейд барышында ғына байтаҡ ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлде. Мәҫәлән, шәхси йорттарҙың береһендә сит илдән килгән эшселәр өсөн ойошторолған үҙенсәлекле хостел иғтибарҙы йәлеп итте. Бында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре генә түгел, санитар нормалар ҙа бөтөнләй үтәлмәй.
Янғын һүндереүселәр бинала йәшәүселәрҙе ут менән һағыраҡ эш итергә саҡырҙы. Рейд барышында шулай уҡ биҫтә халҡына аңлатма материалдар ҙа таратылды.




