Уҡыусылар

Башҡорт дәүләт аграр университеты студент-аспиранттары бөгөн яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһаны. Улар фән докторҙары алдында үҫтергән ауыл хужалығы культураларын яҡлап сығыш яһаны. Быйыл тәжрибә 595 гектар майҙанда башҡарылған.

Кукуруз Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Эдуард Ҡаһировтың кандидатлыҡ диссертацияһы. Ауыл хужалығының был төр культураһын өйрәнеүгә ул юҡҡа тотонмаған. Сөнки ул һөттөн күләмен арттырыуға булышлыҡ итә. Яҙ Эдуард үҙе ер һөрөп, дүрт төр гибрид кукуруз сәскән. Бөгөн һөҙөмтәләре лә бар.

Ниндәй гибрид туҡлыҡлыраҡ, шуны тәҡдим итәбеҙ. Йәғни “Нур” гибриды контроль берәмеге кеүек алына һәм ҡалған гибридтар уға ҡарата яҡшыраҡ, йә насарыраҡ булғанлығы тикшерелә.

Эдуард Ҡаһиров, Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты

Артабан төрлө көндәрҙә сәселгән шәкәр сөгөлдөрө. Уларҙың арауығы кәм тигәндә аҙна-ун көн. Тап ошонан сығып һығымталар яһаласаҡ. Республиканың ҡайһы төбәгендә, ниндәй ваҡытта сәсеүҙе башҡарыу өсөн.

Шәкәр сөгөлдөрө лә шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты аспирантының хеҙмәт емеше. Бығаса төбәктә татлы тамырҙы үҫтереп өйрәнеү тәжрибәһе уҙғарылмаған. Рафиҡ Йәнекәев үҙенең фәнни эшендә сөгөлдөрҙө төрлө яҡлап өйрәнергә иҫәп тота.

Был тәжрибәлә беҙ сәсеү ваҡытының технологик сифаттарына ниндәй йоғонто яһауын тикшерәбеҙ. Беҙ бында калий, натрий, альфа амино азот тигән элементтарҙы һынабыйҙ. Сөнки шәкәр етештереүҙә был элементтар ҙур роль уйнай. Сәсеү ваҡытында был элементтарҙың әҙәйеүен, йә күбәйеүен ҡарайбыҙ.

Рафиҡ Йәнекәев, Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты

Студент-аспирантҡа бүленгән һәр диләнкә махсус комиссия тарафынан тикшерелде. Ауыл хужалығы фәне докторҙары уҡыусыларҙың өйрәнгәнен тыңлап ҡына ҡалмай, сәселгән урынға баһа ла бирҙе. Махсус прибор ярҙамында. Ерҙең тығыҙлығын тикшергән был ҡоролма баҫыуҙың нисек эшкәртелеүенә, минераль ашламалар дөрөҫ башҡарыу-башҡарылмауына анализ бирә. Уҡытыусылар менән бергә тупраҡ торошон тикшергән күсмә лаборатория ла бар. Ул ерҙең кислоталылығына асыҡлыҡ индерә.

Әлбиттә, Башҡортостан ғалимдарының ауыл хужалығы өлкәһенә индергән өлөшө юғары. Улар фәнни асыштарын йылдар дауамында өйрәнеп, Федераль дәүләт теркәүенә индерә килә. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында үҫтереү мөмкинлеген биргән Салауат Юлаев бойҙай төрө шуларҙың береһе.

“Салауат Юлаев”тың башҡа сорттарға ҡарағанда уңышы урыраҡ. Башҡортостандың Төнъяҡ райондарында үҫтереүгә яҡшы. Көньяҡ райондары өсөн иһә “Ватан” исемле башҡа төрлө сорт бар.

Рафаэль Исмәғилев, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы, ауыл хужалығы фәндәре докторы

Ни сәсһәң, шуны урырһың. Тапҡыр халыҡ мәҡәлен буласаҡ агрономдар яҡшы белә. Шуға ла ауыл хужалығы культураларын яҙғыһын сәсеп кенә ҡалдырмай, йәй бер-нисә ҡабат килеп тәрбиәләп тә китә. Шуға ла Башҡорт дәүләт аграр университетының тәжрибә баҫыуы йыл һайын мул уңыш менән һөйөндөрә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.