Башҡортостан вәкилдәре Ҡаҙағстанда төрки халыҡтарҙың этно-мәҙәни фестивалдә ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ башҡорт атлыларын һынландырҙы.Фестивалдә барлығы 12 ил вәкиле ҡатнашты.
Төрлө оҫталар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Һунар ҡоштарын тәрбиәләүселәр, ат өйрәтеүселәр, кейеҙ баҫыусылар, тире эшкәртеүселәр, тимерселәрҙең эше баһаланды. Йылдағыса Оло дала рухы уҡсыларҙың мәргәнлеген һынау майҙанына ла әйләнде. Йәйәү, һыбай килеш атыу буйынса көс һынаштылар. Башҡортостандан Юлай Ғәлиуллин халыҡ-ара милли уҡ атыу ярышында 2-се урын яуланы.




