“Бирешмә” төркөмөнөң дуҫы Ҡырымда ял итте

Ғафури районы егете Руслан Шәрәфетдинов әсәһе менән Ҡырымда данлыҡлы "Golden Resort" шифаханаһында һаулығын нығытып ҡайтты. Уны дауаларға аҡса йыйыр өсөн “Тамыр” телеканалының "Бирешмә" төркөмө 15 майҙа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында концерт үткәрҙе.

Фото №1 - “Бирешмә” төркөмөнөң дуҫы Ҡырымда ял итте

Руслан балалар церебраль фалижынан яфалана. Хәйриә акцияһына Ҡара диңгеҙ буйындағы Алушта ҡалаһында урынлашҡан "Golden Resort" шифаханаһы ла ҡушылды. Русландың диңгеҙгә тәүге сәйәхәте көтөлгәндән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты.

Ҡара диңгеҙ буйында "Golden Resort" шифаханаһында заманса реабилитация технологиялары, үҙенсәлекле дауалау алымдары. Бында эләккән кеше ысынлап та сәләмәтлеген нығыта тип әйтергә мөмкин.

Руслан Шәрәфетдинов: “Миңә массаж эшләнеләр, тоҙло шахтала булдым. Тәүге тапҡыр Ҡара диңгеҙҙә йөҙҙөм, тәүге тапҡыр самолетта остом. Алушта ҡала буйында экскурсияла йөрөнөм, ул миңә ныҡ оҡшаны.

Шифахананың үҙендә үк табип тикшереүе, дауалау курсы үтеү мөмкинлеге бар. Кешеләр тиҙерәк һауыҡһын һәм яҡшы ял итһен өсөн егәрле, яғымлы хеҙмәткәрҙәр көсөн, һәләтен йәлләмәй.Ҡырымдың Алушта ҡалаһында урынлашҡан "Golden Resort" шифаханаһы юғары категориялы табиптары, дауалау үҙәге һәм ҡунаҡсыллығы менән дан тота.

”Беҙҙе Ҡырымда мөләйем ҡараш, яғымлы һүҙ менән ҡаршы алдылар, икебеҙҙе лә дауаланылар. Шуға барыһына ла рәхмәтлемен, бигерәк тә "Тамыр" телеканалының Бирешмә төркөмәнә, улымдың ҙур хыялы тормошҡа ашты, диңгеҙ күрҙе”, - тип үҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты Русландың әсәһе Лилиә Мәүлит ҡыҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ