Республикала студенттар бушлай туҡланасаҡ

Ҡоролтай депутаттары аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған студенттар бушлай туҡланасаҡ, тигән ҡарар сығарҙы. Рөстәм Хәмитов был дркументҡа ҡул ҡуя. Был ғаиләләрҙә бер кешегә уртаса килем күләме йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Фото №1 - Республикала студенттар бушлай туҡланасаҡ

Бушлай туҡланыу бары тик профессиональ колледж студенттарына ғына ҡаралған. Тағы ла бер талап булып, студенттың бюджет курсында уҡыуы тора. Башҡортостанда ағымдағы йылдың беренсе майынан минималь хеҙмәт хаҡы күләме 12 837 һум 45 тин.

Йәшәү минимумы урал коэффициентын иҫәпкә алып һанала. Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған документ 27 июндә төбәктең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫтырыла. Үҙгәрештәр, рәсми баҫылғандан һуң, ун көндән һуң үҙ көсөнә инәсәк.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ