Рәсәйҙә 32 градустан юғарыраҡ эҫелә йөк машиналарына йөрөргә тыйыласаҡ

Тейешле сикләү бишенсе июлдән үҙ көсөнә инәсәк. Федраль трассаларҙа +32 градустан юғарыраҡ эҫелә йөк машиналарына йөрөргә тыйыласаҡ.

Фото №1 - Рәсәйҙә 32 градустан юғарыраҡ эҫелә йөк машиналарына йөрөргә тыйыласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бындай көндәрҙә 22:00 сәғәттән алып 10:00 сәғәткә тиклем йөрөргә мөмкин. Тик ҙур пассажир автобустарына был ҡағылмай. Сикләү, ауыр йөк транспорты аҫтында асфальт ҡатламы зыян күрмәһен өсөн индерелә.

Сикләү миҙгел аҙағынаса дауам итәсәк. Йөк машиналарына эҫе көндәрҙә 31 августҡа тиклем хәрәкәт итеү тыйыласаҡ. Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, +32 градустан юғарыраҡ эҫе көндөр көтөлмәй.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ