Өфө туристары Анталья аэропортынан ҡайта алмайҙар

Өфө туристары Антальянан ҡайта алмай. «Атлас глобал» авиакомпанияһы бер нисә тапҡыр Өфөгә рейсты кире ҡаға. Социаль селтәрҙә туристар белдереүенсә, аэропортта улар һигеҙ сәғәт көтөп ултыра, шул уҡ ваҡытта, рейс ваҡыты тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәй.

Фото №1 - Өфө туристары Анталья аэропортынан ҡайта алмайҙар

«Анекс тур» һәм авиакомпания вәкилдәре яуап бирмәй. Туристар һүҙҙәренсә, улар ни эшләргә белмәй.

Шул уҡ ваҡытта авиаташыусы ғәйебе сәбәпле, Өфө аэропортынан Төркиәгә 219 пассажир самолет көтә. «Өфө – Анталья», рейсы онлайн-табло мәғлүмәте буйынса, тотҡарлана. Яҡынса осоу ваҡытын 14:00 сәғәткә билдәләнгән.

Автор: Рауил Ватолин

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ