Өфөлә йәшәүсе йәштәрҙе вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһен ойоштора. Сара 5 июлдә үтә.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төрлө хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк. Администратор, бармен, диспетчер, консультант, курьер,шәфкәт туташы, официант һәм кеүек эшселәр талап ителә.

Сара Ибраһимов бульвары, 47/1адресы буйынса үтә. Үткәреү ваҡыты: сәғәт ундан ун икегә тиклем.

Фото: Интернет